Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 4:1 - Изге Яҙма

1 Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 4:1
49 Referencias Cruzadas  

Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Башанда һимертелгән малдарҙың – һарыҡ тәкәләренең, бәрәстәрҙең, кәзә тәкәләренең һәм үгеҙҙәрҙең итен ашап, ҡанын эскән һымаҡ, батырҙарҙың итен ашарһығыҙ, ер хакимдарының ҡанын эсерһегеҙ.


Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар.


Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.


Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ, Салыу урынына килтерегеҙ. Баштарына ҡайғы! Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте.


килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом.


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.


Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.


Әгәр ярлыны һәм хәйерсене эшкә яллаһаң, ҡәрҙәшеңме ул, әллә арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙәнме, уны рәнйетмә.


Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,


Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.


Артабан исраилдар, бынан боролоп, Башанға бара торған юл менән китте. Башан батшаһы Ғоғ менән бөтә ғәскәре Әдрәғи ҡалаһы янында уларға ҡаршы һуғышырға сыҡты.


Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.


Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы!


Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә Бергәләшеп юлға сығырмы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios