Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 1:7 - Изге Яҙма

7 Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялмап йотһон.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 1:7
17 Referencias Cruzadas  

Газа ҡалаһын ташлап китерҙәр, Ашҡылон бушлыҡҡа әйләнер, Ашдод төш мәлендә ҡыуылыр, Ғәҡрон тамырынан йолҡоп алыныр.


Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.


Ул пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһына тиклемге биләмәләрен яулап алды һәм күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем тар-мар итте.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!


Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй.


Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Мин Мысырға ут төрткәс, Уның бөтә терәүҙәре емерелгәс, Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.


Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.


Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios