Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 1:5 - Изге Яҙма

5 Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 1:5
14 Referencias Cruzadas  

Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе.


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


Бабил батырҙары һуғышыуҙан туҡтаны, Нығытмаларында боҫто. Көстәре бөттө уларҙың, Ҡурҡаҡ ҡатындар кеүек булдылар. Торлаҡтары – янғын ҡосағында, Ҡапҡа биктәре ватылды.


Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй.


Ғәскәрҙәреңә ҡара! Улар бисәләр һымаҡ ҡурҡаҡ. Ил ҡапҡаһы дошмандарың алдында шар асыҡ, Ут уның арҡыры биктәрен ялмай.


Ҡылыс ялған пәйғәмбәрҙәренә төшһөн! Ахмаҡлыҡтары ярылып ятһын. Ҡылыс һуғышсыларына төшһөн! Уларҙың ҡото алынһын.


Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.


Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!


Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.


Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Сөнки сабый: «Атай, әсәй», – тип әйтеп өйрәнгәнгә тиклем үк Ашшур батшаһы Дамасктың байлығы менән Самарияла таланған табышты үҙе менән алып китәсәк.


Он ҡалаһы һәм Пи-Бесеҫ егеттәре ҡылыстан үткәрелер; ҡатын-ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.


Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.


Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios