Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 1:12 - Изге Яҙма

12 Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялмап йотһон».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 1:12
14 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә Раббының Эдомға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ, Теманда йәшәүселәргә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр: көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Эдомдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?


Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Босра өҫтөндә ҡанаттарын кирер. Ул көн Эдом яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар».


Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.


Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.


Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.


Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ.


«Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы, Инде Эдомдың өҫтөнә, Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы.


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.


Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.


Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.


Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios