Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 1:10 - Изге Яҙма

10 Тирҙың диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Тирҙың диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялмап йотһон».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Тирҙың диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 1:10
8 Referencias Cruzadas  

Бына бөйөк Хаким уның байлығын тартып алыр, Мал-мөлкәтен диңгеҙгә ырғытыр; Ә үҙен ут тотош ялмап йотор.


Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!


Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!


Байлығыңды талап алырҙар, тауарҙарыңды урларҙар, диуарҙарыңды емерерҙәр, матур йорттарыңды ватырҙар, таштарыңды, бүрәнәләреңде, хатта һинән ҡалған саң-туҙанды ла диңгеҙгә ырғытырҙар.


Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.


Улар Тирҙың диуарҙарын емерер, манараларын ватыр. Мин иһә хатта емереклектәренең туҙанын да һепереп түгәсәкмен һәм уны яланғас ҡаяға әйләндерәсәкмен.


Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың, Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән Изге урындарыңды нәжесләнең. Мин эсеңдән ут сығарҙым – Ул һине яндырып юҡ итте. Барыһының күҙ алдында Һине көлгә әйләндерҙем.


Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios