Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 5:7 - Изге Яҙма

7 Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң?

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 5:7
17 Referencias Cruzadas  

Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.


Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит!


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.


әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


Миңә Алланан унда барырға кәрәк тигән асылыш булды һәм мин, әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios