Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 5:12 - Изге Яҙма

12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 5:12
18 Referencias Cruzadas  

Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.


Әйт уларға: быуындан-быуынға тоҡомоғоҙҙан берәйһе Исраил халҡының Раббыға бағышлаған изге әйберҙәренә нәжес килеш яҡынлаһа, уны хозурымдан алып ташлаясаҡмын. Мин – Раббы.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.


Күкәйе иҙелгән йәки енес ағзаһы ҡырҡылған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай.


– Яҡшы, – тине Лаван. – Әйҙә, һин әйткәнсә булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios