Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 5:11 - Изге Яҙма

11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 5:11
17 Referencias Cruzadas  

Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар.


Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай.


Әммә улар хатта минең менән булған Титусты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне.


Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ?


Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.


Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм.


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.


Паулус уны үҙе менән бергә алып китмәксе булды, шуға күрә унда йәшәгән йәһүдтәр хаҡына уны сөннәткә ултыртты, сөнки бөтәһе лә Тимоҫеустың атаһы грек икәнен белә ине.


Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.


Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios