Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 4:12 - Изге Яҙма

12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 4:12
13 Referencias Cruzadas  

Кемдер берәү мине көйөндөргән икән, ул мине генә түгел, һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) – көйөндөргән.


Шунан Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына яуға бараһыңмы? – тип һораны. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуапланы Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың, минең аттарым – һинең аттарың.


Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ – ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәткә ултыртһағыҙ ғына.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.


Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.


Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ.


Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.


Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios