Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 3:8 - Изге Яҙма

8 Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 3:8
25 Referencias Cruzadas  

Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.


Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Ҡөҙрәтем һинең аша күрһәтелһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине юғарыға күтәрҙем».


Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр.


Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Ҡол ҡатындың улы ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ».


Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған, Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан.


Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios