Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 3:19 - Изге Яҙма

19 Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Ә ҡанун ни өсөн кәрәк һуң? Ҡанун енәйәтселек булған өсөн һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 3:19
31 Referencias Cruzadas  

Фәрештәләр аша бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алып та, уны үтәмәнегеҙ.


Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.


Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.


Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.


Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән.


Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Ағынтыһы булған йәки мәнейе ағып нәжесләнгән ир-ат, күрем күргән ҡатын-ҡыҙ, ағынтыһы килгән ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ, нәжес һаналған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған ир кеше тураһындағы ҡанун был.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios