Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 3:15 - Изге Яҙма

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 3:15
10 Referencias Cruzadas  

Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай.


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)


Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.


Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.


Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios