Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 3:11 - Изге Яҙма

11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 3:11
20 Referencias Cruzadas  

Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».


Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.


Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме?


Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.


Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алған дошмандары уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә,


Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios