Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 2:14 - Изге Яҙма

14 Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 2:14
30 Referencias Cruzadas  

Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.


– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты.


Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар.


Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй, Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Киреһенсә, улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрусҡа йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.


Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә Дауыттың шиғыры. Шаул, Дауытты үлтертер өсөн кеше ебәреп, өйөн күҙәттергән саҡта сығарылған.


Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Әммә улар хатта минең менән булған Титусты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне.


Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.


Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә.


Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Йәрүсәлимгә Кефас менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios