Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 1:14 - Изге Яҙма

14 ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 1:14
15 Referencias Cruzadas  

Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Улар мине күптән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ.


Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ.


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».


Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.


Әгәр ҙә сей яра уңалып, тиреһе ағарһа, был кеше ҡаһинға тағы күренһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios