Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 3:15 - Изге Яҙма

15 Беҙгә, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәргә, шундай фекерҙә булыу зарур. Әгәр берәй нәмәлә башҡасараҡ фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны ла һеҙгә асып бирер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Беҙгә, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәргә, шундай фекерҙә булыу зарур. Әгәр берәй нәмәлә башҡасараҡ фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны ла һеҙгә асып бирер.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 3:15
21 Referencias Cruzadas  

Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.


Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан өлгөрөп етеп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә булған аҡылыбыҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.


Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде.


шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер.


Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios