Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 1:26 - Изге Яҙма

26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 1:26
14 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтай-маҡтай яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендәге менән түгел, ә тышҡы ҡиәфәт менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ.


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.


Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.


Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.


Уға элек һеҙҙе маҡтағайным, тимәк, оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Титусҡа һеҙҙе маҡтауыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.


Һәр кем үҙ эшен айыҡ баһалаһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios