Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 1:19 - Изге Яҙма

19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 1:19
11 Referencias Cruzadas  

Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.


тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәр, доғаларына яуап итеп, беҙгә мәрхәмәтле булғаны өсөн, Аллаға рәхмәт уҡыр.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан.


Алла һеҙгә, Үҙенең Рухын биреп, мөғжизәләр ҡыла. Ул быны ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн эшләйме, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғанығыҙ өсөнмө?


Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios