Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 1:14 - Изге Яҙма

14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһе, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ҡарата ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 1:14
16 Referencias Cruzadas  

Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса,


Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп доға ҡылығыҙ.


Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер.


Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!


Шуға күрә, һеҙҙең хаҡҡа ғазаптар сигеүемә күңелегеҙ төшмәһен, тип үтенәм. Был ғазаптар – һеҙҙең данығыҙ өсөн.


Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ.


Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.


Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios