Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:19 - Изге Яҙма

19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ут-ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтә халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау, кәзә ҡаны һирпеп сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ут-ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтә халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау, кәзә ҡаны һирпеп сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:19
26 Referencias Cruzadas  

Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен.


Ҡаһин кедр таяғы, майағас үләне, ут-ҡыҙыл еп алһын да янып ятҡан тана өҫтөнә ырғытһын.


Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты. – Бына ул Кеше! – тине Пилатос.


Ғәскәриҙәр, сәнскәктән таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр һәм


Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.


Улар, Ғайсаның өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж кейҙерҙеләр ҙә:


Улар Ғайсаның кейемдәрен систереп, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр.


Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын.


Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте.


Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән,


Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios