Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:10 - Изге Яҙма

10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:10
32 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.


Ҡанунды бойороҡтары һәм ҡағиҙәләре менән бергә ғәмәлдән сығарҙы. Уның маҡсаты: именлек урынлаштырып, был ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырыу


Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун бойороғо буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Ҡаһин булды.


Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!


Кис еткәс, йыуынһын һәм ҡояш байығас ҡына тупламға инһен.


Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге Изге йорто бар ине.


Алланың яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,


Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.


Мәйеткә иң яҡын булған ҡаланың аҡһаҡалдары үҙәнлектә муйыны һуғып һындырылған тананың башы өҫтөндә ҡулдарын йыуһын.


Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билбау быуһын, етен сәллә ураһын. Был – изге кейемдәр, шуның өсөн, уларҙы кейгәнгә тиклем, йыуынһын.


Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Баҙарҙан ҡайтҡас та, тейешенсә йыуынмайынса ашамайҙар. Тағы күп ҡағиҙәләрҙе, мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибен дә теүәл үтәйҙәр.


кискә тиклем нәжес һаналыр. Йыуынмай тороп изге ризыҡты ашамаһын.


Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр.


ул шарап һәм хәмер эсеүҙән тыйылырға, шараптан йәки иҫерткес эсемлектән әҙерләнгән һеркәне ҡулланмаҫҡа, йөҙөм һутын эсмәҫкә, йөҙөмдөң яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә ашамаҫҡа тейеш.


Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.


Әгәр ҙә кейемде, буй йәки арҡау епте, күн әйберҙе йыуһаң һәм үңәҙе бөтһә, уны тағы бер тапҡыр йыуырға кәрәк. Шул саҡта ул таҙа һаналыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios