Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 7:28 - Изге Яҙма

28 Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

28 Муса ҡануны баш рухани итеп көсһөҙ яҡтары булған кешеләрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Алла Улы Баш Рухани итеп билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 7:28
17 Referencias Cruzadas  

Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.


Бүтән ҡаһиндар үҙҙәренең ҡаһинлығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Ҡаһин Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: Һин – мәңгелек Ҡаһин», – тигәндә ҡаһин булды.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ.


Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.


Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ.


Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала.


Мәсих тә Баш Ҡаһин булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткән Алла бирҙе.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас: – Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.


Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios