Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 7:24 - Изге Яҙма

24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 7:24
9 Referencias Cruzadas  

Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.


Беҙ беләбеҙ, үленән терелгәндән һуң, Ул инде башҡа үлмәйәсәк, инде үлем Уға хаким була алмаясаҡ.


Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios