Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 7:18 - Изге Яҙма

18 Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла,

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 7:18
15 Referencias Cruzadas  

Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.


Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр.


сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.


Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?


Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә йәшәү бирә торған ҡанун бирелһә, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios