Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 4:7 - Изге Яҙма

7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, тиҫкәреләнмәгеҙ».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 4:7
12 Referencias Cruzadas  

Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!


Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».


– Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хакимым тип атай ала? – тип һораны Ғайса. – Ул бит әйтә:


һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Паулус уларға былай тине: – Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыяһ пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:


Ул, алдан күреп, Мәсихтең үленән тереләсәге, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте.


Дауыт үҙе үк Зәбүр китабында: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән.


Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән бит.


Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.


– Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios