Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 3:19 - Изге Яҙма

19 Шулай итеп, ышанмағандары өсөн унда инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Шулай итеп, ышанмағандары өсөн унда инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 3:19
10 Referencias Cruzadas  

Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы Уға ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


Алла Улына инанған кешенең үҙендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.


шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.


Шуға ҡарамаҫтан, һеҙгә ҡуналҡаға туҡтар урын эҙләп һәм барыр юлығыҙҙы күрһәтеп, алдығыҙҙан төндә утта, көндөҙ болотта барған Аллағыҙ Раббыға ышанманығыҙ.


Улар – Раббының ғәмәлдәренә шаһит булды, Даръяларҙа Уның мөғжизәләрен күрҙе.


Әммә юлдан тайпылғандар, ышанмауҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios