Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 2:18 - Изге Яҙма

18 Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Ул Үҙе лә, һыналып ғазап кисергәнгә күрә, гонаһ ҡылырға ҡотортолоуға дусар булғандарға ярҙам итә ала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 2:18
16 Referencias Cruzadas  

Мин уҙған бөтә һынауҙарҙа ла һеҙ һәр ваҡыт янымда булдығыҙ.


Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.


Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән дә бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй.


Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм Үҙенә бөтә нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар.


Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios