Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 13:2 - Изге Яҙма

2 Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 13:2
21 Referencias Cruzadas  

Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;


Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.


Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.


мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда хәлемде белергә килмәнегеҙ».


ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.


Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.


Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,


Минең һәм бөтә имандаштар берҙәмлеге өсөн өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Әрәстос, имандашыбыҙ Ҡыуартос һеҙгә сәләм ебәрә.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Яланғастың туңып үлгәнен, Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп, Битараф ҡына ҡарап торһам,


Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.


Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:


Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында ҡайғыртыуың, хатта уларҙы шәхсән белмәһәң дә, һинең тоғролоғоңдо күрһәтә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios