Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 10:38 - Изге Яҙма

38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 10:38
24 Referencias Cruzadas  

Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.


«Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.


Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».


Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Йә Раббы! Таң һайын ишетәһең ауазымды. Иртә һайын Һиңә ялбарам, Көтөп ҡалам яуабыңды.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Тоғроға: „Мотлаҡ йәшәйәсәкһең“, – тиһәм, ә ул үҙенең хаҡлығына өмөтләнеп яуызлыҡ ҡылһа, эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ, һәм ул ҡылған гонаһы өсөн үлер.


Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ.


Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.


Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios