Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 10:20 - Изге Яҙма

20 Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 10:20
20 Referencias Cruzadas  

Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.


Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.


Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң мөҡәддәс урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә.


Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға инә.


Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын.


Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең донъяға кеше тәнендә килгәнен ҡабул иткән һәр рух Алланан була.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Ҡояш тотолдо, Алла йортондағы пәрҙә уртаға йыртылды.


Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө.


Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.


Ҡанунды бойороҡтары һәм ҡағиҙәләре менән бергә ғәмәлдән сығарҙы. Уның маҡсаты: именлек урынлаштырып, был ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырыу


әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».


Унан һуң, халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ, кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios