Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 9:29 - Изге Яҙма

29 Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 9:29
6 Referencias Cruzadas  

Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе.


Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине.


Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды.


Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.


Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.


Был көндәрҙе бөтә өлкәләрҙә, һәр бер ҡалала һәр ғаилә хәтерҙә тоторға һәм байрам итергә, Пурим көндәре йәһүдтәр араһында ғәмәлдән сыҡмаҫҡа, был көндәр тураһында иҫтәлек киләсәк быуындар хәтерендә лә һаҡланырға тейеш булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios