Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 9:28 - Изге Яҙма

28 Был көндәрҙе бөтә өлкәләрҙә, һәр бер ҡалала һәр ғаилә хәтерҙә тоторға һәм байрам итергә, Пурим көндәре йәһүдтәр араһында ғәмәлдән сыҡмаҫҡа, был көндәр тураһында иҫтәлек киләсәк быуындар хәтерендә лә һаҡланырға тейеш булды.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 9:28
9 Referencias Cruzadas  

Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.


һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.


Ә таж Хелдай, Товияһ, Йедағъяһ һәм Сефанъяһ улы Йошияһтың хәтирәһе булып Раббы ҡорамында торор.


Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте.


Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы.


Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios