Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 4:8 - Изге Яҙма

8 Ул йәһүдтәрҙе ҡырыу тураһында Шушанда иғлан ителгән фармандың күсермәһен Һаҫахҡа бирҙе, уны Эстерға күрһәтергә һәм барыһын да төшөндөрөргә ҡушты: әйҙә Эстер батша янына инһен, халҡы өсөн ялбарып мәрхәмәтен һораһын.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 4:8
14 Referencias Cruzadas  

Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.


Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.


Эстер, Мордехай ҡушҡанса, үҙенең ниндәй ырыу-заттан икәнен һөйләмәне. Ул Мордехайҙы әле лә, уның тәрбиәһендә булған саҡтағы һымаҡ, тыңлай ине.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине.


Һаҫах әйләнеп килеп, Эстерға Мордехайҙың һүҙҙәрен тапшырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios