4 Эстерҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙары һәм алашарҙары килеп, уға Мордехай хаҡында һөйләп бирҙе. Батшабикә бик хәүефләнеп, Мордехайға тупаҫ туҡыма урынына бүтән кейем ебәрҙе, ләкин Мордехай уны кейеүҙән баш тартты.
Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.
Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».
Раббы юлына ҡушылған сит ил кешеһе: «Раббы мине барыбер Үҙ халҡынан айырасаҡ», Алашар: «Мин бер кипкән ағасмын!» – тимәһен.
Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны.
Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:
Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр.
Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
Филиппус йыйынып шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәшиҙе осратты. Ул кеше алашар, кәндәки, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Йәрүсәлимгә килгән,
Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.
Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе.