Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 4:14 - Изге Яҙма

14 Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 4:14
31 Referencias Cruzadas  

Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.


Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.


Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине.


Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Мордехай ағаһының үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙы Һадассаны – уның икенсе исеме Эстер – тәрбиәләп үҫтергәйне. Эстер килеш-килбәте күркәм, төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙ ине. Ата-әсәһе вафат булғас, Мордехай уны үҙ тәрбиәһенә алғайны.


Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


– Минең һымаҡ кеше ҡасамы һуң? – тинем мин уға. – Ҡорам эсенә инеп тере ҡалырға мин ул тиклем кем? Юҡ, бармайым.


Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған.


– Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит.


– Кем эшләне быны? – тип һораша башланы пелештиҙәр. – Шимшон, теге Тимнала йәшәгән бер кешенең кейәүе. Ҡайныһы уның кәләшен кейәүҙең дуҫына биреп ебәргән, – тип яуап ҡайтарҙылар уларға. Шунан пелештиҙәр барып теге ҡатынды ла, уның атаһын да яндырҙылар.


Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы.


Мордехай Эстерға былай тип еткерергә ҡушты: – Унда, батша һарайында, йәһүдтәрҙән бер үҙем генә иҫән ҡалырмын, тип уйлама.


Быға яуап итеп Эстер Мордехайға:


Батша Эстерҙы бүтән ҡатындарға ҡарағанда нығыраҡ яратты. Эстер башҡа бөтә ҡыҙҙарға ҡарағанда батшаның күңелен нығыраҡ биләне һәм илтифатын яуланы. Батша Эстерға батша тажы кейҙерҙе, уны Вашти урынына батшабикә итте.


Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios