Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 2:18 - Изге Яҙма

18 Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 2:18
14 Referencias Cruzadas  

Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


– Берәү һине мәжлескә саҡырһа, иң түрҙәге урынға ултырма, һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал бит.


– Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ!


Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.


Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була.


Левиҙәр: – Илауҙан туҡтағыҙ, сөнки бөгөнгө көн изге, күңелһеҙ булырға ярамай, – тип бөтә халыҡты тынысландырҙы.


Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.


Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе.


Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios