Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 2:12 - Изге Яҙма

12 Һәр ҡыҙ, Ахашверош батша янына барырға сират еткәнсе, ун ике ай буйы әҙерләнә. Матурланыу ваҡыты шул саҡлыға һуҙыла: алты ай мирра майы, алты ай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тәғәйенләнгән башҡа хуш еҫле майҙар менән һөртөнөргә кәрәк була.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 2:12
10 Referencias Cruzadas  

Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң.


Хуш еҫле баҙыян бөрктөм түшәгемә, дәрсен менән йөҙйәшәр һирптем.


Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?


Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.


Был ҡыҙ Гегайҙың күңеленә хуш килеп, уның илтифатын яуланы. Гегай Эстерға шунда уҡ биҙәнеү-матурланыу өсөн еҫле майҙар һәм тейешле ризыҡ бирҙе, батша һарайынан уға хеҙмәт итергә лайыҡ ете ҡыҙ тәғәйенләне һәм хеҙмәтселәре менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң иң яҡшы бүлмәһенә урынлаштырҙы.


Мордехай иһә, Эстерҙың хәлен белешер өсөн, көн дә ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән йорт ихатаһы алдына килә торған булды.


Батша янына барырға сираты еткән ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙар йортонан батшаның һарайына барған саҡта, үҙе менән нимә теләй, шуны алырға рөхсәт ителә.


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios