8 Батша үҙ һарайындағы хеҙмәтселәренең барыһына ла: «Бер кемде лә ихтыярһыҙламаҫҡа, кем күпме теләй, шунса эсһен», – тип бойорғайны.
Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.
Шунан һуң Ғайса уларға: – Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне.
Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ.
Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була.
Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо.