Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 1:7 - Изге Яҙма

7 Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 1:7
6 Referencias Cruzadas  

Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты.


Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан була. Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнә.


Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Батша үҙ һарайындағы хеҙмәтселәренең барыһына ла: «Бер кемде лә ихтыярһыҙламаҫҡа, кем күпме теләй, шунса эсһен», – тип бойорғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios