20 Батша сығарған был фарманды бөтә бөйөк батшалыҡта уҡып ишеттергәс, юғары ҡатламда ла, түбәнендә лә бар ҡатындар ҙа үҙ ирҙәренә хөрмәт күрһәтер.
Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.
Һеҙгә килгәндә иһә, һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын ирен хөрмәт итһен.
Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ,
Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.
Бөтә халыҡ быны ишетеп ҡурҡыр һәм алдағы көндәрҙә хөкөм ҡарарына буйһонор.
Был һүҙҙәр батшаның да, вәзир-бәктәрҙең дә күңеленә хуш килде. Батша, Мемухандың кәңәшен тотоп,
Бер аҙҙан, ярһыуы баҫыла төшкәс, Ахашверош батша Ваштиҙы иҫенә төшөрҙө – уның ҡылығы һәм уға ҡарата ниндәй ҡарар сығарылғаны уйына килде.