8 Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән, Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән.
Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:
Көҙгө кеүек ҡаты күк көмбәҙен Алла һымаҡ киреп ҡуя алырһыңмы?
Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.
Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар, күл өҫтөнән атлап кәмәгә етеп килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.
Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:
Диңгеҙҙең инешенә төшкәнең, Даръяларҙың төбөнән гиҙгәнең бармы?
Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.
Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән; Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған.
Уның һулышынан күк йөҙө асылды; Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе.
Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?
Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.