Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 9:7 - Изге Яҙма

7 Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 9:7
13 Referencias Cruzadas  

Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип, Барыһының ҡулын тыйып тора.


Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.


Ҡояш шып туҡтаны, ай урынынан ҡуҙғалманы – халыҡ дошмандарынан үс алғансы шулай булды. Был хаҡта «Яшар» китабында яҙылған. Ҡояш күк уртаһында туҡтаны ла көнө буйы байырға ашыҡманы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios