34 Алла Үҙенең яза таяғын өҫтөмдән алһа ине, Башҡаса миңә дәһшәт һалмаһа ине.
Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.
Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ; Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ.
Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?
Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер, Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар,
Быларҙан минең йөрәгем ҡалтырана, Күкрәгемдән сығырҙай булып тибә.
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.