Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 9:17 - Изге Яҙма

17 Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 9:17
24 Referencias Cruzadas  

Тәнемдән умырып ала, яра һала, Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана.


Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.


Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.


Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Мине һис бер юҡҡа күрә алманы» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.


Ғәҙеллекте еңеүгә килтергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ.


Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.


Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай өйрөлөп, Яуыздарҙың башына төшәсәк.


Ғәҙеллекте – үлсәм бауы, Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм. Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр, Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер.


Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.


Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.


Мине күтәреп елгә мендерҙең, Ғәрәсәт эсендә өйрөлдөрөп йөрөтәһең.


Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.


Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы.


Ете көн, ете төн буйы уның эргәһендә ерҙә ултырҙылар. Бер кем дә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, сөнки Әйүптең ни тиклем ауыр ғазап сиккәнен күреп торалар ине.


Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.


Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам.


Ҡулдарың миңә һын-рәүеш бирҙе, әүәләне; Инде, кире уйлап, мине емерергә теләйһеңме?


«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:


Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios