Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 8:7 - Изге Яҙма

7 Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 8:7
12 Referencias Cruzadas  

Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.


Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.


Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр. Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул.


Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр.


Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.


Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.


Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш.


Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға.


Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios