22 Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа, Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер.
Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».
Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».
Тәндәренең бер һеңере тартып алынһа, Аҡыл-зирәклеккә ирешмәйенсә үлеп китәләр“.
Үрмәксе ауына һөйәлер – ау өҙөлөр, Епкә йәбешер – уныһы ла сыҙамаҫ.
Әйүп былай яуапланы:
Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто? Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“
Ул залимдарҙың йәшәүенә юл ҡуймаҫ, Иҙелгәндәргә ғәҙеллек бирер.
Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».
Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.
Ямандарҙың йорто емерелер, намыҫлыларҙың сатыры сәскә атыр.
«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».