21 Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр, Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр.
Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.
– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.
Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ, Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр.
әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.
Дауыттың мәҙхиәһе. Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын, Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын.
Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң, Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең.
Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.
Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша, Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың. Яҡуп илендә ғәҙеллеккә, Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың.
Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?
Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.