19 Бына шул тормошоноң бар ҡыуанысы! Урынына тупраҡтан башҡалар үҫеп сығыр.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Эй ер йөҙө, бөйөк Хакимың алдында, Ҡая ташты күлгә әйләндергән, Саҡматашты шишмә иткән Раббы, Яҡуп Аллаһы алдында тетрә.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.
«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».
Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.
Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ, Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ.