20 Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
Раббы йәйәһен кирҙе, Мине уғына сәп итеп ҡуйҙы.
Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.
Көрһөнөүем ризығымдан алда килә, Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә.
Яңы айҙа, ай тулғанда – Беҙҙең байрам көндәрендә Мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!
Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын, Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған.
Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә? Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була?
Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.
Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Һин – берҙән-бер Раббы. Һин күкте, күктәрҙең асманын, бөтә күк ғәскәрен, ер йөҙөн һәм ундағы бар нәмәләрҙе, диңгеҙҙәрҙе һәм ундағы бар нәмәләрҙе яраттың һәм барыһына ла йәшәү бирәһең. Күктәрҙең Һин хасил иткән бөтә ғәскәре Һиңә сәждә ҡыла.
Мине күҙәтеп торорға, Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам, Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
„Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң,
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?