8 Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –
Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә, Улар мине сиргә һабыштыра.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.
үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.
Улар үлем көтә, тик таба алмай. Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй.
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.